Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың аҡыл-зиһен үҫешендә В.В.Воскобовичтың үҫтереүсе уйын технологияларын ҡулланыу
Баласаҡ киләсәк тормошҡа әҙерлек баҫҡысы ғына түгел, ә кешенең йәшәү дәүеренең иң бәхетле мәле.
Хәҙерге көндә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, өйрәтеү Федераль дәүләт белем биреү стандарты талаптары буйынса беҙгә бик күп бурыстар ҡуя:
- сифатлы белем биреү;
- балаларға интеллектуаль яҡтан үҫешенә булышлыҡ итеү;
- төрлө инновацион технологиялар ҡулланыуҙы талап итә.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүҙә әлбиттә уйын технологияларын ҡулланыу мөһим.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың аң-даирәләрен киңәйтеү, фекер аңлайышлығы үҫтереү, күңелдәге хистәрҙе хисле итеп әйтергә өйрәтеү– һәр тәрбиәсе алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – үҫтереүсе уйындар. Тәрбиә эшендә һайлап алынған уйындар балалар менән эшмәкәрлекте мауыҡтырғыс, отошло итә, уларҙың телмәрен яҡшыртып, шәхес булараҡ үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Уйын — күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған шөғөл. Уйын кешенең күңел асыу, буш ваҡытты үткәреү, эске көсөргәнешлекте бөтөрөү һәм ҡайһы бер өлкәлә һәләтте үҫтереү өсөн үткәрелә. Баланы рухи донъяны ҡәнәғәтләндереү, күңелен күреү, эске көсөргәнешлекте сисеү, һәм шулай уҡ оҫталыҡты һәм етеҙлекте камиллаштырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек ул уйын.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, баланы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә үҫтереүсе уйындар бик ҙур урын алып тора. Үҫтереүсе уйындар бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай, сөнки уйын аша бала үҙенең һәләтен, уйлау һәләтен, аралашыу мөмкинлеген камиллаштыра. Хәҙер балалар күберәк интернетта, компьютерҙа уйындар уйнайҙар. Ә был үҙ сиратында баланың яңғыҙ ҡалыуы, үҙ-үҙенә бикләнеүе, кеше менән аралашып бармаусан булып үҫеүе мөмкин. Бай йөкмәткеле үҫтереүсе уйындар тәрбиә сараhы булараҡ та отошло, сөнки был уйындар барышында дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, бер-береңә ярҙамлашыу, шәфҡәтлелек кеүек матур сифаттар ҙа тәрбиәләнә. Үҫтереүсе уйындар балаларҙың уйлау, фекерләү, эҙләнеү һәләттәрен асырға ҙур мөмкинлек бирә. Тик был эштәрҙе системалы эшләгәндә генә, тәрбәсе оло маҡсаттарға ирешә ала.
1. В.В.Воскобовичтың үҫтереүсе уйындары
Мин үҙемдең эшемдә төрлө уйын технологияларын ҡулланам: Монтессори уйындары, Никитин уйындары, Аграновичтың материалдары, ИКТ технологиялары һәм башҡалар. Ә иң яратып киң ҡулланған технология Вячеслав Вадимович Воскобовичтың үҫтереүсе уйын технологиялары.
Воскобовичтың уйындарын балаларҙы уҡытыу, өйрәтеү эше буйынса стандарттың бөтә белем биреү өлкәләрендә лә ҡулланып була.
Ә кем һуң ул Воскобович?
В.В.Воскобович белеме буйынса политехник институтын тамамлаған – инженер-физик. Уны педагогикаға 2 улын тәрбиәләү, үҙгәртеп ҡороу йылдарындағы буш магазин кәштәләре – уйынсыҡтар юҡлығы этәргән. Уның тәүге уйындары булып Геоконт, 2 һәм 4 төҫтәге шаҡмаҡтар, “Йылан” башватҡысы торһа, хәҙерге көндә 50-нән ашыу уйындары бар.
2. Үҫтереүсе уйындарҙың маҡсаты һәм бурыстары
Маҡсат:
Мәктәпкәсә йәштәге балалалрҙың аҡыл – зиһен һәләттәрен үҫтереү.
Бурыстар:
- Баланың ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү, яңылыҡ белергә ынтылыш тәрбиәләү;
- Күҙәтеүсәнлек, уратып алған ысынбарлыҡҡа ҡарата эҙләнеү – тикшеренеү һәләттәре үҫтереү;
- Ижади хыял итеү, фекерләү күнекмәләре формалаштырыу;
- Образлы һәм логик фекерләү процестарының гармониялы үҫешенә булышлыҡ итеү;
- Уратып алған мөхит буйынса белемдәр формалаштырыу;
- Һөйләү телмәре үҫтереү;
- Ваҡ ҡул моторикаһы һәм башҡа психик процестар үҫтьереү.
Воскобовичтың уйындары:
— киң ҡулланылышлы (2 йәштән 10 йәшкә тиклем);
— күп төрлө функциялы;
— төрлө йүнәлештәрҙә ҡулланып була;
— ижади эшкә әҙерлек тәрбиәләй;
— иң мөһиме: методик ҡулланмалары бирелгән.
Конфуций дөрөҫ әйткән:
Һөйләһәң- онотормон, күрһәтһәң иҫтә ҡалдырырмын, эшләргә бирһәң- аңлармын. ,
Бына, ысынлап та, балалар Воскобовичтың уйындарын үҙ ҡулдарына тотоп, төрлө хәрәкәттәр яһап, төрлө мауыҡтырғыс әкиәт персонаждарына ярҙам итеп уйнай алалар.
3.Уйын ҡулланмалары
«Коврограф Ларчик» минең яратып ҡулланған бик уңайлы ҡулланма. Коврографтың төрлө төҫтәге ептәре,

кеҫәләре, төрлө төҫтәге шаҡмаҡтар, түңәрәк яһаусы — круговерт, уңайлы ҡыҫтырып ҡуйғыстар, 3 бүлектән торған кеҫәләр, шулай уҡ комплектта һандар, хәрефтәр – уларҙың 30 – һуҙынҡы ҡыҙыл төҫтә, 30-шар ҡалын һәм нәҙек тартынҡылары (күк һәм йәшел төҫтә) бар. Улар менән һүҙҙәр төҙөү бик уңайлы. Цифроцирктан хайуан һандар, шаян акробаттар һуҙынҡы өндәр; Арликин, Урликин,Эрликин һәм башҡалар. 7 йәйғор төҫөндәге гномиктәр; Кохле, Охле, Желе, Зеле, Геле, Селе, Фи; шулай уҡ Лань, Пони, Арыҫлан, Павлин – эшмәкәрлектәрҙә иң күп ҡулланылған геройҙар.

Коврограф Ларчиктың сағыу ҡушымталары ярҙамында балалар менән маҡсатлы, кәрәк йүнәлештә эш алып барырға була. Коврограф Ларчик «тылсымлы ҡумта» кеүек – сикһеҙ мөмкинселектәре булған уйын ҡулланмаһы. Блаларҙың иғтибарын үҫтереүгә, хәтер, логик фекерләү, сенсорик тәрбиә, күҙ ҡарашы менән тоҫмаллап, сағыштырып танып белеү тәжрибәһен байыта, «күҙ – ҡул» кординацияһын үҫтерә. Эшмәкәрлектәрҙә Воскобовичтың уйындары сенсорик эталон төҫтәрҙе, аңлай таба белеүҙе, шаҡмаҡ юлдарҙы таба белеү, ҡул суҡтары моторикаһын үҫтерә. Әлбиттә былар барыһы ла балаларҙың телмәр байлығын арттыра.
Воскобовичтың уйындарын 4 йүнәлешкә бүлергә була:
- конструктив һәләттәрҙе байытыу;
- башлынғыс ябай математик төшөнсәләрҙе өйрәнеү,
- ижади үҫешкә булышлыҡ итә,
- грамотаға өйрәнеүгә булышлыҡ итә.
Шулай уҡ һәр уйын телмәр үҫтереүгә ярҙамсы этәргес булып тора.
«Ларчик» фонариктәре, «Ташбаҡа пирамидкалары», «Мөғжизә – крестиктәр», «Мөғжизәле кәрәҙдәр», «Мөғжизә — сәскәләр», «Мөғжизә- таждар» уйындары балаларҙың төҫтәрҙе, геометрик формаларҙы, дәүмәлде, ҡул моторикаһын, һиҙеү, һанау, арауыҡтағы йүнәлештәрҙе генә белеүгә түгел, ә фигуралар альбомына ҡарап төрлө әйберҙәр төҙөргә өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Был уйындар ижади эшләп өйрәнергә лә ярҙам итә.

4.Уйындар ойоштороу үҙенсәлектәре
Уйындарҙы уйнағанда балаларҙан тулы яуап талап итеү мотлаҡ. Был ниндәй уйын? Нимә төҙөйһең? Ниндәй төҫтәрҙе, фигураларҙы ҡулландың? һ.б. Уйлау һәләтен (фантазияһын) үҫтереү өсөн дә һорауҙар биреү ҙә артыҡ булмаҫ . Был машинаны ҡайҙа ҡулланып була? Һин кемгә бүләк итер инең? Һин ни өсөн ошоно төҙөргә уйланың? Әгәр инде баланың теләге булмаһа, «Зинһар өсөн, һин Лопушокка йәки ҡорт Фифаға ярҙам ит әле, уның ошондай фигураны күргеһе килә, үҙе төҙөй белмәй!» — тип уйын формаларын ҡулланып була.
«Лого формочкалар» уйыны рамкаларҙы тултырыу, йөрөтөп һыҙыу, штрихлау, буяу кеүек эштәр алып барырға була. Балалар иғтибарлы булырға, башлаған эште башҡарып бөтөргә өйрәнә. «Ҡул – күҙ» координацияһын үҫтереүгә лә ярҙам итә.

«Геоконт» уйыны, 2 һәм 4 төҫтәге квадраттар, «Йылан» башватҡысы балаларға бик оҡшай. Тырышып төрлө күнекмәләр яһау, схемаға ҡарап төҙөү бик мауыҡтырғыс, эҙмә-эҙлекле эш алып барыуға өйрәнәләр. 4 төҫтәге квадраттарҙан тәүҙә өй, кәнфит, ярғанат, конверт, сысҡан, икенсе яҡҡа борһаң терпе, кәмә, самолет, балыҡ килеп сыға. Бына шулай схемаға ҡарап бик күп фигуралар яһап була. Авторҙың методик ҡулланмаһында «Алтын емешкә» еткәнсе, сабырлы, тырыш, кешелекле, бер-береңә ярҙам итеп уйнауҙы талап итә. Балалар бер – береһе менән иркен аралашырға өйрәнә. Был ваҡытта баланың актив телмәре үҫешә.
«Геоконт» уйынында геометрия һүҙенән алынған әкиәт персонаждары — Кескәй Гео, ҡарға Метр һәм мин — Слава тип йөрөтә автор. Бик күп схемалар бирелгән, балаларға геометрия төшөнсәләре (нур, киҫек , тура мөйөш, осло мөйөш һ.б.) төшөнсәләрҙе өйрәтеп була.
Ябай башланғыс математик төшөнсәләр һәм шул уҡ ваҡытта таҙа телмәр иленә «Брызг-брызг» менән «Плюх-плюх» караптары алып китә. Капитан Ҡаҙ менән матрос Телмәрйендәр бик күп, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс күнегеүҙәрҙе үтәүҙе талап итә. Һанау, сағыштырыу, миҫалдар сисеү, төҫтәрҙе нығытыу, ҡул моторикаһын үҫтереүгә лә ярҙам итә.

Шулай уҡ «Математик кәзиндәр», «Счетовозик», «Тылсымлы һигеҙ һаны 1»,

«Тылсымлы һигеҙ һаны 2» уйындары ла математик төшөнсәләрҙе нығытыуға булышлыҡ итһә, «Тылсымлы 8» һаны һандарҙың дөрөҫ яҙылышын иҫтә ҡалдырыу, йәйғор спекторы төҫтәрен дә иҫтә тоторға ярҙам итә.
Воскобович «тирмәкәйҙәре бик уңайлы уникаль уҡырға өйрәтеү модуле булып һанала.

12 төҫлө ағас кубиктар –тирмәкәйҙәр һәм 12 картондан эшләнгән кубиктар –һандыҡтар — һуҙынҡы өндәрҙән тора. Һәр тирмәлә тартынҡы өндәр йәшәй, һуҙынҡы өндәр өсөн тәҙрәләре бар, ә кубиктың өҫкө ҡырында ижектең ҡалынмы әллә нәҙекме икәнен күрһәтеүсе һыҙыҡ та бирелгән. Ш, Ж, Щ, Ч өндәрендә «арка» бар, әгәр унда «лампочка янһа», һүҙ дөрөҫ булмай. Ҡағиҙәне иҫләп һүҙҙе төҙәтеү мотлаҡ кәрәк, мәҫәлән «ЛЫЖЫ» тип әйтелә, ә яҙыла «ЛЫЖИ». Воскобович тирмәкәйҙәре менән балалар тиҙ уҡырға өйрәнәләр, тәүҙә ижектәр төҙөп, уҡып өйрәнһәләр, аҙаҡ һүҙҙәрҙе төҙөп уҡырға өйрәнеү еңел бирелә.

«Хәрефтәр конструкторы» балаларҙы хәрефтәр менән таныштырғанда бик уңайлы пособие.
Балаларға хәрефтең яҙылышын хәтерҙә ҡалдырыуға, оҡшаш хәрефтәрҙе айырыуға, график образдарын билдәләүгә булышлыҡ итә. Алфавиттең бөтә хәрефтәрен дә яҙып була. Фокусник Филимон Коттерфильд төрлө һынауҙар аша балаларҙы мауыҡтырғыс юлдар аша үткәрә.

«Игравизор» пособиеһе балаларҙың ҡул моторикаһын нығытыуға, һүрәттәр төшөрөүгә, яҙырға ҡурҡҡан балаларға яҙып өйрәнеү, һүрәттәр төшөрөү өсөн бик уңайлы. 4 методик ҡулланмаһы бар, шулай төрлө буяу өсөн бирелгөн китапсыҡтарҙы ла ҡулланып була.
Воскобовичтың ҡыҙыҡлы уйындарының береһе «Уйындарҙың әкиәт лабиринты» тип атала. «Феолетовый лес» йәғни «Миләүшә төҫөндәге урман». – ковролины бар. Унда ковролиндан һүрәттәр силуэты бирелгән. Бик күп әкиәт персонаждары ла ҡатнаша. Околесик, ҡарға балаһы Карчик, ҡарышлауыҡ Фифа, бал ҡорто Жужа, үлмәксе Юк, айыу балаһы Мишик һ.б. бар.
» Айс күленең иремәй торған боҙҙары » әкиәте буйынса үтә күренмәле пластикта геометрик фигураларҙан схема буйынса һүрәттәр һалыуға уйын бар.
«Складушки» альбомы һәм йырҙар дискыһында кескәйҙәр өсөн бик уңайлы булған шиғырҙар һәм йырҙар йыйынтығы, тел төҙәткестәре бирелгән.
«Ҡар бабай», «Ромашка», «Алмағас» һәм «Елкәнле кәмә» ҡулланмалары грамотаға өйрәтеү дәрестәрендә ҡулланыу, һүҙҙәр төҙөү өсөн уңайлы. Бирелгән һүрәттәге һүҙҙән 20 – 50- гә яҡын һүҙ төҙөп була.
Бына шулай Воскобович уйын технологиялары башҡа уйындарҙан универсаль булыуы менән айырылып тора. Әкиәт- күнекмәләр, баланы уйын уйнағанда математик төшөнсәләр, фекерләү, уй-зиһенен, телмәрен үҫтереү генә түгел, ә кешеләр менән, тиңдәштәре менән аралаша белеү кеүек сифаттарҙы ла үҫтерә. Воскобович уйын технология элементтары менән күпме мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрергә мөмкин – сикһеҙ әкиәт донъһы! Ә бит әкиәт кеүек дәрестәр балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын уята, ярҙамсы этәргес һәм уҡытыу моделе булып тора, ә яңы, стандарт булмаған, һәр ваҡыт балаларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, иҫтәрендә ҡала. Был технология минең дә коррекцион төркөмдәге балалар менән эшләүгә бик ҙур ярҙам итә.
Бөйөк педагог Сухомлинский әйтеүе буйынса: «Уйнап үҫәбеҙ. өйрәнәбеҙ, уйнап таныйбыҙ!»
5. “Зәңгәр- күк урман” технологияһы
“Зәңгәр – күк урман” – ул сенсорик үҫеш мөхите. Бында бала иркенләп үҙ-аллы уйнай,ҡорамалар ҡора, алған белемдәрен нығыта.
Ни өсөн зәңгәр – күк урман? Сөнки зәңгәр – күк йәғни миләүшә төҫө-ул ижад төҫө ,әкиәтселек идеяһын сағылдыра .Балаларҙың нервы системаларына ла бик файҙалы икән. Был төҫ тағы ла балаларҙың һәләттәрен үҫтереүҙә лә ҙур роль тота.Ә икенсенән, урман кешегә айырыуса һәр ваҡыт төрлө яҡтан ҡыҙыҡһындыра,шулай уҡ матурлығы ,сихри донъяһы менән беҙҙе тағы ла үҙенә йәлип итә.Урманда төрлө хайуындар йәшәй.Бына шулай беҙҙең балалар өсөн ябай булмаған ,тылсымлы сенсор үҫеш мөхите бар.
Воскобовочтың үҫтереү технологияһы үҙ алдына киләһе маҡсаттарҙы ҡуя.
- мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың психик үҫешеү процесын һөҙөмтәле үҫтереү.
- баланың тәүге ижадын үҫтереү.
- уйнап белем алырға.үҫтереүсе дидактик уйындар ярҙамында балаларға белем биреү эшмәкәрлектәре тағыла ҡыҙыҡлы,мауыҡтырғыслы үтә.
“Зәңгәр – күк урман » –ул стенаға элә торған ковролин, күләме 1,5*2,5. Уның күләме бер нисә балаға бер үк ваҡытта бергә шөғөлләнергә мөмөкинселек бирә . Ковролиндың әҙер модулдәре һауаһы ,яланы,ере һүрәтләнгән. Бөтәһе 142 элементтарҙан тора. Улар: болот, ҡояш, ағастар, сәскәләр, күбәләктәр, һ.б.

Бөтә күсмә модулдәр йәбешкәк ярҙамында ковролинға йәбештерелә.Ул тиҙ генә йәбешә һәм айырыла. Бала өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай.Улар ҡыҙығып, яратып күсмә модулдәрҙе урынлаштыралар.
Воскобович ошо элементтар ярҙамында бер нисә әкиәт өлкәләрен тәҡдим итә.
“Зәңгәр — күк урман” балалар баҡсаһының күргәҙмәле — арауыҡ мөхите талаптарына тулыһынса тап килә.

Балаларҙың өлкәндәр менән аралашыуын тьәмин итә, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың хәрәкәт активлығын,балаға үҙ үҙенә тыныслыҡ табырға мөмкинлек бирә.
Был күргәҙмәле аралыҡ мөхите, белем биреүсе мөхит булараҡ, төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә, белем биреү процесында киң ҡулланыла.
Зәңгәр – күк урман урман:
- үҫтереү мөхите бик бай, киң ҡулланылышлы (2 йәштән 10 йәшкә тиклем);
- күп төрлө функциялы;
- төрлө йүнәлештәрҙә ҡулланып була;
- баланың буйы етерлек һәм хәүефһеҙ.
Ул бик сағыу , төрлө элементтарға бай. Ваҡ элементар менән уйнағанда баланың ваҡ моторикаһы үҫешә ,уларҙы бала ковролинға йәбештерә,айырып ала,бер береһенең өҫтөнә һала,ҡаплай. Танып белеү әүҙемлеге формалаша.йәғни ковролинды йыл миҙгеленә ҡарап биҙәйбеҙ,бөжәктәр менән танышабыҙ , яланға төтрлө төрлө сәскәләр ултыртабыҙ, ҡоштарҙы һәм хайуандарҙы ла күсерергә була., баланың фантазиялау һәләтенең үҫешенә ҡарап бик күп төрлөләндереп биҙәргә була,.Был ваҡытта бала сағыштырырға өйрәнә .Шулай уҡ бәйләнешле телмәре үҫешә, үҙҙәренең коврорлинда башҡарған хәрәкәттәрен бер юлы һөйләп торалар.
Белем биреү эшмәкәрлегенә һәм баланың ҡыҙыҡһыныуына ҡарап үҙгәртеп була. Зәңгәр күк урмандың булған бөтә элементары лә еңел сиселә, алыштырыла һәм тулыландырыла.Мәҫәлән.бөгөн Әкиәт яланында уйнаһаҡ ,ә иртәгә күл буйлап сәйәхәткә сығып китәбеҙ һ.б.
Был ҡулланма күп функциялы булыуы менән айырылып тора. Бик күп күсмә элементар ярҙамында тәьмин ителә.Балаларҙың төрлө эшмәкәрлектәрендә киң ҡулланырға була. Шулай уҡ балалар уйнаған төрлө уйындарҙа ла ҡулланманың элементарын файҙалана алабыҙ. Мәҫәлән, сәскәләрҙе, япраҡтарҙы һауыт һабаларға ла һалып уйнайбыҙ.Урмандағы ҡоштарҙы икенсе яҡҡа осорабыҙ.Бала үҙенә оҡшаған төрлө варианттарҙы ҡуллана, уйлап сығарып та уйнай.
Был уйын вариатив. Бала үҙенә оҡшаған материалды иркенеләп ҡуллана, төрлө яңы детәлдәр менән тулылындырып байытып торорға була.Мәҫәлән, бала үҙе яңы уйындар уйлап сығара,ә уйындарына төрлө персонаждарҙы ла индерә .
Зәңгәр күк урман ковролины персонаждары һәр бала алырлыҡ итеп урынлаштырыла. Бөтә балалар ҙа ирекле рәүештә ҡуллана ала.Урман, баланың буйы етерлек , алырлыҡ , тотоп ҡарарлыҡ итеп урынлаштырылған . Ковролин алдына иҙәнгә балаҫ һалып ултырып уйнап та алабыҙ . Инвалид балаларға ла был ковралинда уйнау мөмкинселеге бар.
Был уйын ҡулланмаһы хәүефһеҙ. Ковролин элементтары бөтәһе лә хәүефһеҙ,осло мөйөшлө , ауыр детәлдәр юҡ. Бала йәрәхәтләнер тигән ҡурҡыу юҡ.Бөтә уйындарына ла сертификаттар бар.
Зәңгәр – күк урман ковролинын төрлө эшмәкәрлектәрҙә ҡулланабыҙ: байрамдарҙа, күңел асыу сараларында, әкиәттәр һөйләгәндә, шиғырҙар,йомаҡтар уйлап сығарғанда.Ошондай эш дауамында төркөмдә
үҙен ҡыйыуһыҙ тотҡан бала ла ижад иткән ваҡытта үҙенән — үҙе асыла башлай, иптәштәре менән аралаша, тәрбиәсегә лә мөрөжәғәт итә һәм ҡыйыуһыҙлығы яйлап юйыла.
Был уйын ҡулланмаһы белем биреү мәсьәләләрен дә хәл итә:
Бала тирә-яҡ донъя менән таныша: йыл миҙгелдәре, тәбиғәт күренештәре, үҫемлек һәм хайуандар донъяһы.
Уйын: 1. “Ояларҙы йылытырға ярҙам итәбеҙ”, “Ағасты япраҡтар менән биҙәйбеҙ”, «Урманда көҙ», «Терпеләргә ярҙам итәбеҙ», «Күбәләкте сәскәләргә ултыртабыҙ» һәм башҡалар.
Уйын «Ояларҙы япраҡтар менән йылыт»
Маҡсат: предметтарҙың дәүмәле буйынса күнекмәләр формалаштырыу; төркөмләргә өйрәтеү һәләтен үҫтереү.
Йыһаҙдар: 2-төрлө ҙурлыҡтағы һары япраҡтар, 2-төрлө ҙурлыҡтағы терпеләр
Урманға көҙ килгән, япраҡтар һарғайышып ағастан ҡойола башлағандар.Терпеләр ҡышҡа әҙерләнә башлағандар. Әммә ояларҙа һыуыҡ Уларҙы йылытырға кәрәк.Нимә менән йылытырға була? Урман буйлап терпеләр йүгереп йөрөгәндә , ағастарҙан ҡойолған япраҡтарҙы күреп,шулар менән ояларҙы йылытырға булғандар.Ҙур терпе ҙур япраҡтарҙы йыйыған,ә бәләкәй терпе бәләкәй япраҡтарҙы йыйған. Матур һәм йылы оя килеп сыҡҡан.
Бирелгән эш:терпеләргә кәрәк дәүмәлле япраҡтарҙы йыйырға кәрәк.
Был уйын танып белеү процесын үҫтерә, фекерләүҙе, иғтибарҙы, хәтерҙе, ижад итеү, фантазиялау,күсереү һәләттәрен үҫтерә. Балалар сағыштырырға, дөйөмләштерергә, өйрәнәләр. Бөтә уйындар телмәр үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Уйындар:”Ҡайҙан япраҡ ҡойолған”, “Япраҡтарҙы йый”,”Ҡоштарҙы табырға ярҙам ит”, “Хайуандарҙы табырға ярҙам ит”, “Күбәләктәрҙе табырға ярҙҙам ит”.
Уйын: «Ҡайҙан япраҡ ҡойолған»
Маҡсат: иғтибар,фекерләү,координация хәрәкәттәрен үҫтереү.
Уйын барышы:
ҡойолоп бөткәнен күреп ҡалған.Ул бер нисектә япраҡтарҙы ҡуя алмаған ,шуға уға ярҙам итергә кәрәк.
Бирелгән эш: тишекле ағасҡа япраҡтарҙы тап килтереү.
Анализлау, сағыштырыу, дөйөмләштереү, классификациялау.күнекмәләрен формалаштырырға булышлыҡ итә. Бәйләнешле телмәр, сенсорик һәләттәр үҫтерә.
Уйындар: “Терпеләргә япраҡтар йыйырға ярҙам ит”,
“Гномдарға япраҡ бүләк ит”, “Төрлө төҫтәге япраҡтарҙы тап(ҡыҙыл ,һары,йәшел)”,”Терпеләргә алмалар йыйырға ярҙам ит”, “Гномдарға һәм хайуандарға өй төҙөргә ярҙам ит”.
Уйын: “Гномдарға япраҡтар йыйырға ярҙам ит”
Маҡсат: иғтибар , хәтер,төҫтәрҙе айырыу,төҫтәрҙе төркөмләү һәләтен үҫтереү.
Йыһазландырыу: дүрт төҫлө япраҡтар,гномдар Кохле,Желе,Зеле,Селе.

Уйын барышы:Гномдар фиолетовый урман буйлап йөрөп ятҡанда төрлө төҫтәге япраҡтарҙы күреп ҡалғандар.Уларҙан төрөлө гөлләмәләр яһарға теләгәндәр.
Бирелгән эш: Гномдарға төрлө төҫтәге япраҡтарҙы айырып йыйырға ярҙам итеү.Кохле –ҡыҙыл,Желе – һары, Зеле- йәшел, Селе- күк.
Уйын ситуациялары балалар баҡсаһының федераль дәүләт белем биреү стандартының биш белем биреү өлкәләренә ҡарай:
- Танып белеү үҫеше;
- Социаль-коммуникатив үҫеш;
- Телмәр үҫтереү;
- Художество-эстетик үҫеш;
6. Һығымта.
Шулай итеп күргәҙмәле — арауыҡ мөхите “Зәңгәр күк урман”-ул күп функциялы мөхит, күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә, ФГОС талаптарына ла ярашлы.
Ғәҙәти булмаған персонаждар балаларҙы мажаралы ваҡиғалар әкиәттенә алып китә.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың хәтер,иғтибары,фекерләү,бәйләнешле телмәр үҫешә.
“Зәңгәр – күк урман ” ковролины балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап тулыландырыла,яңыртыла һәм үҙгәртелә.
Воскобович уйын технологиялары мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, өйрәтеү буйынса Федераль дәүләт мәктәпкәсә белем биреү стандарты талаптарына тулыһынса яуап бирә.





Ҡыҙыҡ алым, мауыҡтырғыс!
бик фәһҽмлҽ һәм ҡыҙыҡлы уйын тҽхнологиялары 👍👍👍