Минең педагогик династиям
Моя педагогическая династия

Сәлихҡолов Әғзәм Ғибәт улы

Сәлихҡолов Әғзәм Ғибәт улы 1909 йылдың 18 мартында Темәс ауылында тыуған.Темәс педагогия училищеһен тамамлағас, Әмин ауылында башланғыс синыф балаларын уҡыта.

1941 йылдың октябрь айында һуғышҡа алына. Сталинград ҡалаһынан башлап, 112-се башҡорт атлы дивизияһы менән Прагаға тиклем барып етә.

Төрлө дәрәжәләге медалдар менән, һуғышта ҡатнашҡан ҡаһарманлығы өсөн, уның батырлығы баһалана.

1945 йылда тыуған ауылы Темәскә имен-һау ҡайтып, Әмин ауылында уҡытыу эшен дауам итә. 25 йыл тарих дәресенән балаларға белем биреп “За трудовые отличия” тигән медаль менән бүләкләнә.

1995 йыл 17 февраль вафат була.

Салихкулов Вәкил Әғзәм улы

Салихкулов Вәкил Әғзәм улы 1959 йылда Темәс ауылында тыуған.Мәктәпте тамамлағас, 1976 йылда Сибай ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға инеп һыҙма һәм хеҙмәт факультетын тамамлай. Ике йыл әрме хеҙмәтендә ил алдындағы бурысын үтәп, 1981 йыл Төркмән урта белем биреү мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килә. Һыҙма һәм хеҙмәт дәрестәренә өҫтәп физкультура дәрестәренән тәрбиә бирә.

Бик талапсан,эшһөйәр уҡытыусы була, балаларға төрлө түңәрәктәр үткәреп, ағастан эшләнгән ижади алымдарға һөйөү тәрбиәләне.Физик ярыштар үткәреп районда призлы урындар яулап, зона буйынса осрашыуҙар үткәреп торҙо.

Мәктәптә яратҡан уҡытыусыларҙың береһе булды.

Мәктәптә 15 йыл эшләгән.

Салихкулова Гүзәлиә Камил ҡыҙы

Саликулова Гүзәлиә Камил ҡыҙы 1958 йыл тыуған. 1981 йыл Учалы музыка училищеһен тамамлағас Төркмән ауылына музыка мәктәбенә уҡытырға ебәрелә.Унда ике йыл уҡытҡандан һуң, урта белем биреү мәктәбенә музыка уҡытыусыһы итеп алына.

Музыка һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы булып 35 йыл хеһмәт итеп, хаҡлы ялға ветеран труда булып сыға.Ялға сыҡҡас та әле, 5 йыл балалар баҡсаһында музыка тәрбиәсеһе булып эшләй.Артабан 7 йыл мәҙәниәт йортонда халыҡ театрына етәксе  була.

 

Батыршина Дилүзә Вәкил ҡыҙы

Батыршина(Салихкулова)Дилүзә Вәкил ҡыҙы, 1983 йыл Төркмән ауылында тыуған. 1999 йыл Сибай сәнғәт училищеһында һынлы сәнғәт факультетын тамамлап Иҫке Сибай ауылында 11 йыл сәнғәт мәктәбендә уҡыта.Ситтән тороп Магнитагорский гос.университетында юғары белеп алып Сибай ҡалаһында 1 йыл эшләгәндән һуң Өфө ҡалаһының “Дружный” исемле балалар ижады усағында һынлы сәнғәт,войлок дәрестәренән оҫталыҡҡа уҡыта. Балалар баҡсаһына ла барып түңәрәктәр үткәрә.Төрлө яҡлап үҫешкә ынтылыусан уҡытыусы, булған белеменән тыш СибГу-ның мәктәпкәсә балаларға тәрбиә биреү факультетын да тамамлап 1 йыл практик үтте.

Коррекцион балалар менән эшләү буйынса ла белем алып, коррекцион гимназияһында 3 йыл уҡытты.Бөтәһе эш стажы 18 йыл.Республика күләмендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, маҡтау дипломдарына лайыҡ булып тора.

Рәсүлева Зимфира Вәкил ҡыҙы

Расулева Зимфира Вәкил ҡыҙы Төркмән ауылында 1985 йылда тыуған. 9 синыфты бөткәс бер хис шикһеҙ уҡытыусылар династияһын дауам итеп Туймазы педагогия колледжын һайлап башланғыс синыф уҡытыусыһы һөнәре буйынса белем ала. Яҡшы уңыштар менән уны 2004 йылда тамамлап, 2005 йылда Сибай ҡалаһында “Аҡбуҙат”балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә төшә.Бәләкәй балалар менән эшләүе уға бик оҡшай һәм ул шул йүнәлеш буйынса үҙ белемен камиллаштырып 2008 йылда МаГу-ның “Дошкольное образование” факультетын тамамлап диплом ала.2010 йылда “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй һәм ул ябылыу маҡсатында “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында эшен дауам итә.

 

2015 йылда ҡалала яңы “Ҡурай” балалар үҫтереү үҙәге асылыу менән шунда тәрбиәсе булып эшкә килә.Талапсан, ғәҙел, гел үҫеш өҫтөндә эшләгән тәрбиәсе һәр ваҡыт яуаплы эшләргә әҙер була һәм уңыштарға ирешә. Үҙенә оҡшап сығарылыш тәрбиәләнеүселәрен үҙ аллы, ҡыйыу, төрлө яҡлап талантлы, батыр итеп мәктәпкә оҙата.Тынғыһыҙ тәрбиәсе ижади эштәрҙең уртаһында ҡайнай, ҡала һәм республика күләменә лә сыға һәм уңыштарға ирешергә тырыша. Әүҙем тәрбиәсе үҙ ғаиләһендә лә шулай, төрлө спорт сараларында ҡатнашып торалар.Юғары категориялы тәрбиәсе булып ҡына ҡалмай ул төрлө курстар бөтөп балаларҙы заманса тәрбиәләү өсөн, үҙ белемен үҫтереү өҫтөндә эшләй.

 

Рейтинг
( 3 оценки, среднее 5 из 5 )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями:
Комментарии: 2
  1. Лиана

    По стопам родителей :idea:

  2. Дилә

    Үҙ эшҽгҽҙгә, балаларға һөйөү һҽҙҙҽң ҡанығыҙҙа һалынған икән, атыу, Аллаға шөкөр

Добавить комментарий

;-) :| :x :twisted: :smile: :shock: :sad: :roll: :razz: :oops: :o :mrgreen: :lol: :idea: :grin: :evil: :cry: :cool: :arrow: :???: :?: :!: