Методик ҡумта
Методическая копилка

            “Йомро икмәк”   әкиәте буйлап сәйәхәт.

Маҡсат:

  • әкиәтте иҫкә төшөрөү;
  • ҡыр хайуандарын иҫтә ҡалдырыу һәм уларға ҡарата һөйөү тәрбиәләү;
  • ата-әсәләрҙе балалар тормошона йәлеп итеү:

Йыһазландырыу:

Хайуандар,ағҡас,шарзар, туптар,уйын атрибуттары.

Ойоштороу мәле:

Зал байрамса биҙәлгән.Хайуандар өсөн өйҙәр эшләнгән.

Балалар төркөмдә уйнап йөрөйҙәр,шул ваҡыт Йомро икмәк килеп инә.

— Балалар,һаумыһығыҙ! Мине таныйһығыҙмы?

— Әйе!!!

— Мин ниндәй әкиәттән?

(Балалар яуабы)

— Балалар ,һеҙ минең менән “Йомро икмәк ” әкиәтенә сәйәхәткә барырға теләйһегеҙме.?Паровозға ултырып сәйәхәткә ҡуҙғалайыҡ.

Төп өлөш:

Балалар залға киләләр .Күңелле көй уйнай.Паровозға ултырып килеп инәләр.Иң алда Йомро икмәк.уларҙы алып йөрөй.Беренсе өйгә туҡрай.

Йомро икмәк:

— Тук,туҡ бында кем бар?

Ҡуян килеп сыға.

— ӘӘӘӘ,минән ҡасҡан инең килеп эләктеңме!!

Йомро икмәк:

— Ҡуянҡай, беҙҙә дуҫлыҡ байрамы,шуға мин үҙемдең дуҫтарымды алып килдем.

Ҡуян:

— Ярай улай булғас,дуҫтарын менән миндә дуҫлашҡым килә.Мин бер уйын беләм бергәләп уйнап алайыҡ.

Уйын: Туптарҙы айыр.

Минең төрлө төҫтәге туптарым бар.Шуларҙы бутап бөттөм.Айырырға ярҙам итегеҙ.Кәрҙиндәргә айырылар.

Ҡуян кишер медалдарын таратып сыға.

Паровозға ултырып артабанда сәйәхәтте дауам итәләр. Икенсе өйгә киләләр.

Бүре килеп сыға

— ӘӘӘӘ,минән ҡасҡан инең килеп эләктеңме!!

Йомро икмәк:

— Бүре ағай, беҙҙә дуҫлыҡ байрамы,шуға мин үҙемдең дуҫтарымды алып килдем.

— Ярай улай булғас,дуҫтарың менән миндә дуҫлашҡым килә.Мин бер уйын беләм бергәләп уйнап алайыҡмы әллә.

Уйын:Тубырсыҡтарҙы тиҙерәк ташы.

Биҙрәгә тубырсыҡтарҙы тултырып ,икенсе кәрҙингә алып килеп һалырға кәрәк.Кем тиҙерәк ташый.

— Бүре тубырсыҡ медалдарын таратып сыға.

Паровозға ултырып артабанда сәйәхәтте дауам итәләр. Өсөнсө өйгә киләләр.

Айыу  килеп сыға

— ӘӘӘӘ,минән ҡасҡан инең килеп эләктеңме!!

Йомро икмәк:

— Айыу ағай, беҙҙә дуҫлыҡ байрамы,шуға мин үҙемдең дуҫтарымды алып килдем.

— Ярай улай булғас,дуҫтарың менән миндә дуҫлашҡым килә.Мин бер уйын беләм бергәләп уйнап алайыҡмы әллә.

Уйын:Айыуҙы ашат.

Балалар мин бал яратам.Кем мине тиҙерәк  емештәр менән һыйлай.

Уйын күңелле көй аҫтында бара.

Айыу аҙаҡтан еләк медалдарын тарата.

Паровозға ултырып артабанда сәйәхәтте дауам итәләр. Дүртенсе  өйгә киләләр.

Төлкө  килеп сыға

Йомро икмәк:

— Төлкө апай, беҙҙә дуҫлыҡ байрамы,шуға мин үҙемдең дуҫтарымды алып килдем ,мине ашама инде зинһар өсөн.

Төлкө:

— Минең һеҙҙең менән балалар бейеп алғым килә.Бейеп алайыҡмы әллә?

Бейеү: “Шат балалар”

Көй аҫтында бергәләшеп парлашып тотоношоп бейеп алалар.

Төлкө аҙаҡтан Йомро икмәк медалдарын тарата.

Паровозға ултырып бергәләшеп төркөмгә ҡайтып китәләр.

Йомғаҡлау:

Йомро икмәк балалар менән фота төшә ,әкиәтте иҫкә төшөрәләр.Аҙаҡтан шарҙар тарата.

Күңел асыу сараһы
«Сфетовор төҫтәре»

 

Маҡсат:

Сфетовор төҫтәре менән таныштырыу;

— балаларҙәхәүефһеҙлеккә өйрәтеү;

— хәрәкәтсәнлек әүҙемлеген үҫтереү:

Зал шарҙар  менән биҙәлгән.Ҡыҙыл,һары ,йәшел төҫтәге.Шул төҫтәге кейенгән балалар килеп Клоун менән килеп инәләр  ҡулында шарҙар.

Тәрбиәсе: балалар был кем? ( клоун)

Клоун шатлана сәпәкәйләп һикерә.

Клоун: был юлы мин һеҙгә төрлө төҫтәге шарҙар алып килдем.

Тәрбиәсе: Ә ниндәй төҫтәге шарҙар икән ,әйҙә балаларҙан һорап ҡарайыҡ.

Балалар урындарҙан  бергәләп яуап бирәләр.

Клоун: Мин бер уйын беләм,уйнап алғығыҙ киләме? Балалар һеҙҙә минең шарҙар кеүек кейенеп алғанығыҙ икән .Ҡалай матурҙар,сибәрҙәр…

1-се уйын “Төҫлө шарҙар”

Балалар түңәрәккә торалар. Клоун уртала. Күңелле көй аҫтында уйнала. Йәшел төҫтө күрһәтһә йәшел төҫтә кейенгән балалар түңәрәк буйлап атлайҙар. Кемдәр ҡыҙыл төҫтә кейенгән улар руль менән түңәрәәктә йөрөйҙәр. Һары төҫтәге кейенгән балалар урындарҙа һикерәләр.

2-се уйын “Төҫлө туптарҙы тултыр”

Тәрбиәсе залға өс төҫлө туптарҙы тәгәрәтә. Уйынға өс бала сыға .Һәр береһенә кәрһин һәм тәрбиәселәр Тәрбиәселәр менән бергә бер генә төҫтө йыялар. Кемдәр тиҙерәк.

3-сө уйын:” Минең шарым”

Залға шарҙар һалына һәр кем үҙенең төҫөн һайлап ала. Шул шарҙар менән бейейҙәр күңелле көй аҫтында.

Өрөп шариктар осоралар.

Күңел асыу сараһы «Эх,күңелле йәй»

Проект эше “Ҡоштар –ҡанатлы дуҫтар!”

Саф һауала күңел асыу сараһы
«Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух»

 

Рейтинг
( 5 оценок, среднее 5 из 5 )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями:
Комментарии: 5
  1. Айгуль

    Бик шәп сценарий :idea: :idea: :idea:

  2. Розалия

    Бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле күңел асыу саралары, иртәлектәр, белем биреү эшмәкәрлектәре тупланған. Афарин!👍👏

  3. Гузалия

    Тәрбиәселәргә бик кәрәк ярҙам.

  4. Лиана

    Спасибо большое :idea: очень полезные конспекты. Обязательно буду использывать в работе ;-)

  5. Дилә

    Был мҽтодик алымдарҙы балаларыбыҙ үҫҽшҽнә оҫта ҡулланғанығыҙ өсөн бик яҡшы

Добавить комментарий

;-) :| :x :twisted: :smile: :shock: :sad: :roll: :razz: :oops: :o :mrgreen: :lol: :idea: :grin: :evil: :cry: :cool: :arrow: :???: :?: :!: